Юбилейға фильм-бүләк!

Ишембай районы арҙаҡлы шәхестәргә бай. Уларҙың береһе, билдәле яҡташыбыҙ - Мәрйәм Солтанованың 80 йәшлек юбилейы уңайынан уның ижады, тормошо хаҡында фильм-очерк төшөрөлә башланы.

Уҡытыусылар һынау тотто

14 февралдә ҡаланың Мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы - 2017” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Муниципаль райондың төрлө белем биреү учреждениеларынан 42 уҡытыусы ике аҙна дауамында һөнәри оҫталыҡтарын, педагогик һәләттәрен күрһәтеүҙә көс һынашты.

Ялған араҡы һатыусылар асыҡланды

“Йылым” профилактик сараһы барышында полиция хеҙмәткәрҙәре Ишембай районында бер көн эсендә генә законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыуҙың алты осрағын асыҡлаған.

Законды боҙоусылар Петровск, Түбәнге Әрмет, Үрге Әрмет һәм Маҡар ауылдарында асыҡланған.

Ишембайҙар саңғыға баҫты

Шаршамбы көнө ҡаланың саңғы базаһында “Рәсәй саңғыһы” сиктәрендә муниципаль район хеҙмәткәрҙәренең Спартакиадаһы үтте. Унда муниципаль райондың төрлө учреждение, ойошма, предприятиеларынан, муниципаль район хакимиәтенән, ауыл Советтары хакимиәттәренән хеҙмәткәрҙәр ҡатн...

Тәбиғәт һәм беҙ

Ҡыш –ҡоштар өсөн ауыр миҙгел. Улар һыуыҡтан ғына түгел, аслыҡтан да интекмәһен өсөн Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары мәктәп баҡсаһы территорияһында тағараҡтар элде.

Ҡыуаныслы яңылыҡ

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө: Рәсәйҙең спорт министрлығы ҡарары менән Ишембайҙың 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең велоүҙәге тәрбиәләнеүсеһе Екатерина Стрижковаға “Рәсәйҙең спорт мастеры” тигән исем бирелде.

15 литр суррогат тартып алынған

18 февралдә Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡалала йәшәүсе ирҙән 15 литр спиртлы шыйыҡса тартып алған.

Асыҡланыуынса, 30 йәшлек ир суррогат менән Ленин проспектында урынлашҡан үҙ йортонан һатыу иткән.

Бер көндө бер нисә авария

18 февралдә Ишембай районында бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авариялар ҡаланың Бульвар һәм Стахановсылар урамдары киҫелешендә, Урал урамында, Маҡар һәм Тирмән Йылға ауылдарында булған.

Имтихандар яҡынлаша

IX класс уҡыусылары 1 мартҡа тиклем 2017 йылдағы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыуға ғариза бирергә тейеш.

Уҡыусы үҙенең ғаризаһында һынау өсөн һайлаған предметтарҙы һәм йомғаҡлау аттестацияһының формаһын (төп дәүләт имтиханы йәки дәүләт сығарылыш имтиханы) күрһәт...

Әҫәрҙәре халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәйәсәк!

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Рәми Ғариповтың 85 йыллығына арналған "Йырҙарыма ҡайтам" тип аталған поэзия сәғәте уҙҙы. Был сара ысын мәғәнәһендә Р.Ғариповтың ижадына ғашиҡ китап һөйөүселәрҙе йыйҙы.

Бәшмәктән һәм сырҙан пицца

Майҙы иретеп, йомортҡа, он, тоҙ ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Һуңынан йәймә йәйеп, өҫтөнә алдан бешерелгән һәм һыуытылған бәшмәктәрҙе һалабыҙ. Йәймәнең ситтәрен ҡамыр менән биҙәйбеҙ. Йомортҡаға ҡаймаҡ, ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән сыр, тәмләткестәр ҡу...

Паштеттар

Татлы эсле бәлештәрҙе паштет тиҙәр. Уларҙың күбеһен мул итеп май-шәкәр һалынған татлы ҡамырҙан бешерәләр. Паштет эсенә повидло, джем, ҡуйы ҡайнатма, күрәгә, йөҙөм, һөйәге алынған өрөк йәки ҡара емеш һалалар.

Һарыҡ ите менән бәшмәктән салат

Ике өлөш өсөн: 120 г һөйәкһеҙ һарыҡ ите, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, миндаль сәтләүеге – 30 г, ҡуҙаҡлы фасоль – 100 г, аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге – 80 г, соя соусы – 1 аш ҡалағы, йәшел һуған – 5 г, һарымһаҡ – 1 тырнаҡ.

"Батша" салаты

1 бәйләм салат япрағы, 100 грамм бешкән тауыҡ ите, 100 грамм ҡаты сыр, 50 грамм әстрахан сәтләүеге, 100 грамм аҡ икмәк, майонез алына.

Сыр, ит, сәтләүекте шаҡмаҡлап турарға. Икмәкте шулай уҡ турап, алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алырға.
Барыһын һауытҡа һалып бутап, майонез ҡушыла. Та...

Итле бәрәңге запеканкаһы

4-7 бәрәңге, 500 грамм фарш, 300 грамм помидор йәки 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 200-250 грамм ҡаймаҡ, тоҙ, борос.

Бәрәңгене таҙартып, ҙур булмаған өлөштәргә бүлгеләп, эҫе һыуҙа 3-5 минут бешерергә. Помидорҙарҙы ит турағыс аша үткәрергә һәм ҡаймаҡ менән болғатырға, тоҙ, борос, ярты стакан һыу ...

Горбуша балығын әҙерләү сере

Горбуша - тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы балыҡ.

Уны әҙерләү өсөн эре генә балыҡты йыуып, айғолағын алып ташлағандан һуң, ҙур ғына киҫәктәргә бүләбеҙ, тоҙ-борос һибәбеҙ. Әйткәндәй, магазинда әҙере лә һатыла, стейки тип атала. Майлы табаға балыҡты теҙеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә ҡаймаҡ йә ма...

Орлоҡто ҡыш хәстәрлә

Көн дә хаҡтар артҡан заманда йәшәйбеҙ. Бөгөн күпмелер торған орлоҡтоң иртәгә әллә нисә һумға етеүе ихтимал.

Ғәмәлдә алдан хәстәрләүгә етмәй. Көнө килеп еткәс, теләгән сортыңды таба алмауың да бар. Тәжрибәле баҡ­са­сылар, әлбиттә, орлоҡто үҙҙәренең йәшелсәләренән үҫтереп а...

Йортоң ҡараулы булһын

Күптәрҙең баҡсалары йәшәгән ерҙәренән ситтә урынлашҡан. Бигерәк тә ҡала кешеләренеке. Шуға күрә баҡса өйөн даими ҡарап, тикшереп торорға кәрәк. Беренсенән, үҙегеҙ менән алып ҡайта торған әйберҙәрҙе айырып ҡуйығыҙ. Түшәк, урын-ер ҡаралтыларын, таҫтамалдарҙы,

Гөлдәр тәрбиә ярата

  • Ҡышҡыһын бүлмә гөлдәренең урындарын йыш алмаштырмағыҙ. Сөнки япраҡтары яҡтыға борола. Йыш урын алмаштырғанда һабаҡтары ла зәғифләнә.
  • Әгәр гөл һауытындағы тупраҡ артыҡ кибеп, ярғыланып бөтһә, уға аҙ ғына бысҡы онтағы йә ҡом һалығыҙ.
  • Бүлмә гөлдәренә һыуҙы артыҡ күп һипмәгеҙ....

Ҡышҡы мәшәҡәттәр

Ҡышын шәхси хужалыҡтарҙағы эш туҡтап ҡалғандай була. Тик был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Ысынында, һәр хужа баҡсаһын, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон һәйбәт ҡыш сығарыу өсөн тир түгә. Ҡаҙҙар һәм күркәләрҙе ҡышлатҡанда һәр хужа белергә тейешле бер нисә кәңәшкә туҡталып китмәксебеҙ.

Ҡыҙыл сөгөлдөр дауаһы

Халыҡ медицинаһында элек-электән ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәр төрлө сирҙән, бигерәк тә аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, үпкә шешеүе һәм плеврит, гипертония, яман шеш ауырыуҙарынан дауаланғанда файҙаланалар. Уны үҫемлек менән дауалаусыларҙың барыһы ла тәҡдим итә, әммә нисек ҡулланыу ха...

Әгәр ағас имгәнһә...

Ҡар баҫымы аҫтында, уңышын күтәрә алмай йәки ел-дауылда емеш ағасы ботаҡтарының айырылыуы йыш осрай.

Әгәр айырылған ботаҡтарҙы ваҡытында, кисекмәҫтән үҙ урынына тартып бәйләһәң, ул ағас олонона йәбешеп үҫеп китә һәм емеш биреүен дауам итә.

Шишәмбе, 21, Февраль, 2017 г.

Материалдар таҫмаһы

Алдан яҙылыу бара


1 февралдән 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына үҙәк, республика һәм урындағы гәзит-журналдарға алдан яҙылыу башланды. Ул 31 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

Ваҡытлы матбуғатҡа барлыҡ почта бүлексәләрендә, “Рәсәй почтаһы” киоскыларында, почтальондарҙа яҙылырға мөмкин.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?

  • 21 февраль 19.00 сәғәттә - Ҡала мәҙәниәт һарайында Зифа Нагаеваның концерты.
  • 22 февраль - Петровск ауылы мәҙәниәт йортонда ауыл йәштәре араһында КВН уйыны.
  • 1 март 19.00 сәғәттә - Ҡала мәҙәниәт һарайында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе башҡорт драма театры артистары ҡуйыуында Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһы.
  • 3 март 19.00 сәғәттә - Ҡала мәҙәниәт һарайында Ризван Хакимовтың концерты.
  • 10 март 19.00 сәғәттә - Ҡала мәҙәниәт һарайында Ришат Төхвәтуллиндың концерты.
  • 16 март 19.00 сәғәттә - Ҡала мәҙәниәт һарайында Сибай филармонияһы артистары ҡуйыуында "Йырҙарымда - ерем һулышы" концерты.

Һауа торошо

  • 21 февраль төнөн -2, көндөҙ -1, атмосфера баҫымы - 742 мм. Болотло, бер аҙ ҡар.
  • 22 февраль төнөн -3, көндөҙ 0, атмосфера баҫымы - 744 мм. Бер аҙ болотло, ҡояш.
  • 23 февраль төнөн -4, көндөҙ -1, атмосфера баҫымы - 743 мм. Болотло, бер аҙ ҡар.
  • 24 февраль төнөн -1, көндөҙ 0, атмосфера баҫымы - 744 мм. Болотло, бер аҙ ҡар.

Сообщить о фактах коррупции можно по телефонам:

8 (347) 279-32-92 - для обращений граждан в МВД РБ;
102 (112 для любых операторов мобильной связи) - полиция.

Гәзит һәм журналдарға өйҙән сыҡмайынса ла, онлайн режимда яҙылырға мөмкин.

1. www.rbsmi.ru сайтына инегеҙ.
2. Төп менюла “Матбуғат” пунктын табығыҙ.
3. Яҙылырға теләгән баҫманы һайлағыҙ.
4. Заказды оформить итегеҙ.
5. Уны Яндекс. Деньги йәки Робокасса аша түләгеҙ.